Бөгөнгө көн яңғырауыҡлы яңылыҡ менән башланды: республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановты хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алды. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығында был яңғырауыҡлы эш һәм чиновниктың ни өсөн ҡулға алыныуы тураһында һөйләнеләр. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, чиновник, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булараҡ, 2023 йылдың майында коммерция ойошмаһының генераль директорынан дөйөм ҡурсалау һәм алдан башҡарған эштәре өсөн аҡса алыуға булышлыҡ итеү өсөн биш миллион һум күләмендә ришүәт талап иткән. Билдәле булыуынса, был подрядсы ойошма “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса төбәк юлдарының береһен яңыртҡан. Баш тартҡан осраҡта, Александр Клебанов уларға түләү алыуҙа яһалма ҡаршылыҡтар булдырыу ихтималлығын белдергән. Кире эҙемтәләрҙән ҡурҡып, компания етәкселеге ғәйепләнеүсегә талап ителгән сумманы биргән. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө (“Айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алы