Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Балығым ике галуш ҙурлыҡ!”

Танып йылғаһы балыҡсыларҙы табыштары менән шатландырып ҡына тора. Нөркә ауылынан Ирек Хәлиуллин эре ҡорман балығы тотоп, фотолары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Фотоға аңлатмаһын да теркәгән: “Табыштар янсығына тағы бер трофей – ауырлығы 2,480 килограмм. Ҙурлығы – 42 размерҙағы ике галуш ҡәҙәре”. Балтас районы балыҡсыларының күҙе ҡыҙғанға оҡшай, улар ҙа табыштың ҙурлығына һоҡланған, уңыш серен белешкеләре килә... Ирек Хәлиуллин фотолары менән генә түгел, балыҡ тотоу серҙәре, нескәлектәре менән дә социаль селтәрҙә уртаҡлаша. Балыҡсының әйтеүенсә, ҡорман балығын эләктереү өсөн урынды һәм ваҡытты дөрөҫ һайлау мөһим. Был уның тәүге трофейы түгел, 1 майҙа 2,570 килограмлыҡ ҡорман балығын тотҡайны. 25 апрелдән 5 июнгә тиклем Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләүҙәр индерелгән. Был хаҡта балыҡсылар хәбәрҙар булырға тейеш. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-05-03/reka-tanyp-raduet-rybolovov-baltachevskgo-rayona-3753210?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580