Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта Шәфиев урамын ремонтлай башланылар

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Шәфиев урамында ремонт эштәре башланды. Эштәр 1,4 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы участкала башҡарыла. Юлсылар бордюр таштарын алмаштыра. Бынан һуң бында асфальт-бетон япмаһын яңыртыу, тротуарҙарҙы ремонтлау, юл билдәләрен һыҙыу күҙаллана. – Юл Стәрле йылғаһы буйынан үтә. Был парк ҡала халҡы өсөн популяр ял итеү урынына әйләнгән. Шәфиев урамын ремонтлау Яр буйына хәүефһеҙ инеүҙе, шулай уҡ Михайловский биҫтәһенә барыуҙы тәьмин итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Подрядсы ойошма 2024 йылдың июль аҙағына тиклем Шәфиев урамын төҙөкләндерергә ниәтләй. Эштәр хаҡы 35,8 миллион һум тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Стәрлетамаҡта "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 12 юл участкаһын төҙөкләндереү күҙаллана. Был эштәргә 215 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.