Шишмә ҡасабаһында Еңеү паркы яңыртыла. Уны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерәләр. Йәмәғәт киңлеген 2020 йылда тәртипкә килтерә башланылар. Бында йәйәүлеләр өсөн юл һалынды, тышҡы яҡтыртҡыстар монтажланды, сәхнә һәм эскәмйәләр ҡуйылды. Шулай уҡ Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары постаменттарына нигеҙ һалынды. Ингән ерҙә яңы стела ҡуйылды. 2023 йылдың апрелендә паркта Ми-24 хәрби вертолётына һәйкәл асылды. Биләмәне яңыртыуҙы 2024 йылда ла дауам итәләр. Еңеү паркына илткән Парк урамы буйынса тротуарҙы яңыртыу эштәре башланған да инде. Шулай уҡ планда – район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанды төҙөкләндереү. Шишмәләге Еңеү паркы – универсаль биләмә, уны Шишмә халҡы ла, район ҡунаҡтары ла бик ярата. Бында килеп фотоға ла төшөргә, район кимәлендә үткән Һабантуй һәм Ҡатыҡ-байрамда ла ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһын ил Президе
