“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) быйыл ҡалала Нуриманов, Ленин, Октябрьский, Ленинград урамдары төҙөкләндерелә. Был турала ҡала хакимиәте хәбәр итә. - Быйыл бында юлдың япмаһын яңыртыу, разметка эшләү, борт таштарын ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ әйләнеү хәрәкәте булған участок та (Нуриманов урамында) яңыртыласаҡ, - тинеләр. Ремонтланған участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 4 километр тәшкил итәсәк. Барлыҡ объекттарҙа ла подрядсылар эш башлаған. Июнь аҙағына тиклем яңыртылған урамдарҙы файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә, ремонт графикка ярашлы алып барыла. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты юлдарҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә маҡсатланған. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғаларындағы үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.