Йыл һайын 7 майҙа Бөтә донъя быума (астма) менән көрәш көнө билдәләнә. Шул уңайҙан илебеҙҙә үпкә сәләмәтлеген һаҡлауға арналған аҙна иғлан ителде. Кеше тәненең һәм уның һәр күҙәнәгенең ғүмере кислород булыуына бәйләнгән. Организмыбыҙҙа уны алыуға һәләтле ни бары бер ағза бар – ул үпкә. Был мөһим ағзаның эшмәкәрлегенә ниндәй факторҙар ҡамасаулай? Беренсенән, тәмәке тартыу. Бер йыл эсендә үпкәгә бер килограмға яҡын тәмәке ыҫмалаһы йыйыла, улар альвеолдарҙы зарарлай һәм бронхтарҙы тарайта. Электрон сигареттар өсөн шыйыҡлыҡтарҙа булған матдәләр шулай уҡ үпкә сәләмәтлеге өсөн зыянлы. Тәмәке төтөнөнөң токсик матдәләре һәм электрон сигареттың парҙары тын алыу юлдарын ярһыта, хроник бронхитҡа килтерә, үпкәнең инфекцияларға бирешеүсәнлеген көсәйтә. Бронхиаль астма хәүефе артыуы һәм үпкәнең обструктив сире үҫешеүе мөмкин. Икенсенән, гиподинамия үпкәнең эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Тейешле хәрәкәт булмағанда, көн һайын йәйәү йөрөмәгәндә үпкә үҙенең аша организм йәшәүе өсөн кәрәк булған тейеш