4 майҙа Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы янында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе булғайны. Унда Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан ике ғаилә китеп барған еңел автомобиль йөк машинаһы менән бәрелеште. Һөҙөмтәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Әле был зыян күреүселәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Баҡһаң, ғаиләләр гимнастика буйынса балалар ярышына китеп барған. Алты кеше ултырған Nissan X-Trail оло юлда һулаҡайға Медногорск ҡалаһына боролғанда уларға ҙур тиҙлектә тура юлдан елдергән йөк машинаһы килеп бәрелә... Фажиғә булған көндөң иртәгәһенә водитель Марселгә 31 йәш тулыр ине. Ә уның 29 йәшлек ҡатыны Юлиә ошо көндө тыуған көнөн билдәләй. Салауатта билдәле маникюр оҫтаһы тап үҙенең тыуған көнөндә һәләк була. Уларҙың туғыҙ йәшлек ҡыҙы Амелияның да ғүмере өҙөлә... Был көндө улдары ғына улар менән бергә булмай. Икенсе ғаиләнең өс вәкиленән әсәй кеше - банкта эшләгән 35 йәшлек Лилиә һәләк була. Уның 35 йәшлек ире һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙы иҫән ҡала, әммә ауыр йәрәхәттәр алалар. Атай кеше реан