6 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына социаль ярҙам саралары тикшерелде. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, федераль ҡануниәткә ярашлы 2023 йылда тренерҙар тейешле социаль гарантиялар менән педагогия хеҙмәткәрҙәре статусын алған. – Тәү сиратта тренерҙарға билдәләнгән аҙналыҡ йөкләмә 24 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем бер ставкаға кәметелде, йыл һайын бирелә торған түләүле отпуск 42 календарь көнгәсә оҙайтылды, аттестация үткәндә мөҙҙәтһеҙ юғары категория алыу мөмкинлеге бирелде, – тип хәбәр итте Руслан Хәбибов. – Ошо маҡсатҡа 2023 йылда республика муниципалитеттарға дөйөм суммаһы 161 миллион һумдан ашыу субсидия бирҙе. 2024 йылға 200 миллион һум самаһы аҡса ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса республикала спорт өлкәһендәге бер нисә яңылыҡ эшләй башланы. Әйтәйек, әлеге ваҡытта 167 спортсы – Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәгенә, тағы 68 кеше Адаптив спорт үҙәге