6 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарын һәм ҡыйыҡтарын комплекслы төҙөкләндереү буйынса программаларҙы бойомға ашырыу барышы тикшерелде. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов һүҙҙәренсә, “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы 2024 йылда 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Ошо маҡсатҡа 1,084 миллиард һум йүнәлтелә. 112 ихатала эштәр башланған, ҡалғандарында 15 майға тиклем ремонт эштәре башлана. Ихата биләмәләрен яңыртыуҙы 30 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 2024 йылда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. 43 муниципалитетта 79 парк һәм сквер яңыртыла башлаған, ҡалған объекттарҙа эштәр 10 майҙан һуң башлана. Йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу 30 октябрг