Һабантуйҙың программаһы быуындан - быуынға тапшырыла килгән бик күп традицион йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙ эсенә ала. Байрамда милли уйын ҡоралдары яңғырай, ижади коллективтар халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһай, башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителә. Шулай уҡ ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү, уҡ атыу һәм башҡа спорт ярыштары була. «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшлекле дискуссиялар өсөн халыҡ-ара майҙансыҡ булып тора. Йыл һайын унда төрлө илдәрҙән делегациялар ҡатнаша, шул иҫәптән Ҡытай, Иран, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Һиндостан һәм Италия. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Фото: Ринат РАЗАПОВ.
«Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла
6 мая 20246 мая 2024
~1 мин