Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ете йыл түшәктә ята, бер кем ярҙам итмәй...

Ләйсән Мәргән ҡыҙы Фәйзуллина һөйләүенсә, ете йыл элек Мәләүез ҡалаһындағы бер мәктәптә дәрес биргән ваҡытта уның башына яҡтыртыу плафоны килеп төшә. Баш түбәһенә эләккән ҡаты әйберҙән ҡатын ныҡ зыян күрә: фалиж һуғып, аяҡ-ҡулдары хәрәкәт итеүҙән туҡтай. Хәҙер ул – I төркөм инвалиды, түшәктә генә ята. Шул мәлдән алып Ләйсән Мәргән ҡыҙы ире Тимерғәли Фәйзулла улы һәм улы Самир менән бергә йәшәү өсөн көрәшә. Ҡайҙа ғына йөрөтмәйҙәр, нисек кенә дауаламайҙар, әммә һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ түгел. Сит илдә ярҙам итергә әҙерҙәр ҙә бит, тик ябай ғаиләнең мөмкинлектәре сикле. Мәҫәлән, Ҡытайҙа дауаланыр өсөн 12 миллион һум аҡса кәрәк. Әле заманса шәп коляска алырға ла хәлдәренән килмәгән. Документтарҙың тейешенсә әҙерләнмәүенә һылтанып, дүрт йыл буйы Социаль страховкалау фонды инвалидтарға тейешле сара менән тәьмин итмәгән. Уҡытыусы ҡатындың улы – иң ҙур ҡыуанысы. 9-сы гимназия уҡыусыһы Самир ғәзиз кешеһен шатландырып ҡына тора: яҡшы уҡый, йырлай, бейей – бар яҡлап тырыша. Районда ғына түгел, республика, Рәсәй конкурстарында ла уңышлы сығыш яһай. Әммә малайҙың иң ҙур теләге – әсәһенең аяғына баҫыуы, һауығыуы. Әлбиттә, Ләйсән Мәргән ҡыҙының ауырыуы тураһында күптәр белә. Айырым кешеләр ярҙам итергә тырыша: туғандары, дуҫтары, таныштары... Өфөнән спортсы һәм педагог Эльвир Ҡасимов Самир Латиповҡа күстәнәстәр һәм швейцар сәғәте ебәргән, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бик матур бейеү кейеме бүләк иткән. Ләкин түшәктә ятҡан әсәнең әлегәсә заманса коляскаһы булмауы ҙур проблема булып ҡала килә. Шундай бай Башҡортостанда бағыусылар, меценаттар, әүҙем йәмәғәтселәрҙең табылмауы аптырата. Ете йыл эсендә 700 мең һум аҡсаны һумлап та йыйып була ине бит... Бына килеп ҡыуаныслы хәбәр ишетелде: "Изгелек планетаһы" хәйриә фонды ярҙамында тейешле сумма йыйылған. Уның ағзаһы Владимир Курский үҙенең сәхифәһендә 20 минутлыҡ видеояҙма урынлаштырҙы. Ләйсән Мәргән ҡыҙына ярҙамға 700 мең һум аҡса йыйылып, сумманың коляска алырлыҡ булыуын хәбәр итте. Аҡса йыйыуҙа булышҡан Ҡазан, Мәскәү, Һамар, Әлмәт, Мәләүез, Өфө, Яр Саллы, Новосибирск, Тольятти халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бер юлы ҡиммәтле хазина – белем биргән Уҡытыусыны онотоп, яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйған битараф етәкселәргә, йәмәғәтселәргә, меценаттарға тәнҡит һүҙен дә ишеттерҙе. Ләйсән Фәйзуллина Владимир Курскийҙың видеояҙмаһына ҡарата ошолай яуап биргән: "Күҙ йәштәренә мансылып, мең тапҡыр ҡараным. Һеҙгә күпме рәхмәт әйтһәм дә, аҙ булыр. Хис-тойғоларым күкрәгемдән урғылып сығып килә. Күпме кеше ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, булманы. Өмөтләндем, шатландым, көттөм. Әммә, үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә күңел төшөү, әрнеү менән тамамланды... Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла килеп сығыр тип аҙаҡҡаса ышанманым. Дөрөҫөрәге, аҙағынан ҡыйын булмаһын өсөн өмөтләнмәҫкә мәжбүр булдым. Ысынлап та, минең янға һеҙҙе Хоҙай үҙе ебәргән". Был ғаиләгә ярҙам итергә теләгән кешеләргә бөтә мәғлүмәтте Ләйсән Фәйзуллинаның сәхифәһендә белергә була: https://vk.com/id390278687 Фотолар: Фәйзуллин-Латиповтарҙың ғаилә архивынан.