9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыла. Ул 1945 йылдың 30 апрелендә Рейхстаг ҡыйығына Еңеү байрағын элгән. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов хәбәр итте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған төп тантаналар Өфөлә 9 майҙа Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Тантана иртәнге сәғәт 10-да Совет майҙанында уҙа. Сәғәт 10:40-та Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскә һалыу була. Артабан паркта тантаналы шарттарҙа Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыласаҡ. Еңеү көнөнөң төп сараһы – Октябрь проспектында хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби техника парады буласаҡ, ул көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Смотрҙа 22 парад расчеты ҡатнаша. Составында – Өфө территориаль гарнизонының 1,5 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре, хәрби хәрәкәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар. Шулай уҡ Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары, “шайморатов” класы һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет класы уҡыусылары Рәсәй, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы флагтарын һәм Еңеү байрағын йөрөтәсәк. – Быйыл беренсе тапҡыр Октябрь проспекты буйлап парад расчеттары составында “Башҡортостан” полкынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тантаналы марш менән үтәсәк, - тип хәбәр итте Ирек Сәғитов. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы хәрби техниканың һәм хәҙерге хәрби машиналарҙың механизацияланған колоннаһы үтәсәк. Парадты бәләкәй авиация вертолеттары һәм самолёттары тамамлай. Бынан тыш, Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда 8-10 майҙа баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ретро-техника күрһәтелә, ә Рус драма театры парковкаһында Красногорск музейынан хәрби техника ҡуйыла. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев 9 майҙа Рус дәүләт драма театры алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 7-гә тиклем байрам концерты уҙасағын һөйләне. Шулай уҡ ҡаланың барлыҡ райондарында мәҙәниәт һәм ял парктары биләмәһендә тантаналы саралар, театрлаштырылған һәм концерт программалары, “Һалдат бутҡаһы” акцияһы ойошторола. Өфөнөң ҡала пассажирҙар транспорты 9 майҙан 12-һенә тиклем ял көнө графигы буйынса эшләй. 9 майҙа Еңеү парады ваҡытында Октябрь проспектынан үткән автобустарҙың хәрәкәт схемаһы үҙгәрә. Байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы республика Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә көстәр менән берлектә тәьмин итәсәк – бөтәһе 5,2 мең кеше. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы хеҙмәттәргә йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә етди иғтибар бүлергә ҡушты. – Муниципалитет башлыҡтарынан махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүлеүҙәрен, уларға мотлаҡ барыуҙарын һорайым, – тине Радий Хәбиров. – Тантаналы сараларҙа ҡатнашыуға шулай уҡ ялға ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.