Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә яҙғы баҫыу эштәре барышын тикшерҙеләр. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәк муниципалитеттарының сәсеү кампанияһына тотонғанын хәбәр итте. Райондарҙа баҫыуҙарҙа дым ҡаплау буйынса эштәр тамамланған тиерлек һәм яҙғы сәсеүгә төшкәндәр. Тәүлегенә аграрийҙар 70 мең гектарға тиклем сәсә, 6 майға иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын 278 мең гектар майҙанда сәскән, был пландың 20 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, хужалыҡтар шәкәр сөгөлдөрө, май бирә торған һәм мал аҙығы культураларын ултырта. Аграрийҙар етерлек орлоҡ һәм техника менән тәьмин ителгән, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2024 йылда баҫыуҙарға уҙған йылға ҡарағанда 150 сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү агрегатына күберәк сыҡты. Насар һауа шарттарына бәйле, сәсеү кампанияһының темпы 2023 йылға ҡарағанда түбәнерәк. Әммә май байрамдарынан һуң йылы көндәр килгәндә яҙғы сәсеү эштәре әүҙемерәк башҡарыласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.