Бишбүләктә Георгий таҫмаларынан байрам биҙәүестәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, тип яҙа “Светлый путь”. Йәштәр йәмәғәт ойошмалары был эш менән бер бөгөн генә шөғөлләнмәй. Бишбүләктең йәш гвардиясылары һәм 1-се мәктәп ирекмәндәре Георгий таҫмаларынан байрамса биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, тәжрибә тупланы, күнекмәләрен арттырҙы. Улар үҙ ҡулдары менән, күңел йылыһын һалып эшләгән бүләктәрен 9 Май байрамында Бишбүләктең үҙәк майҙанында үтәсәк сарала ҡатнашыусыларға таратырға ниәтләнә. Байрамдар ҡотло булһын! Фото: https://svetput.ru/news/common_material/2024-05-03/master-klass-izgotovlenie-broshi-iz-georgievskoy-lenty-3751743