Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кирилл Первов вазифаға тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Кирилл Первов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Белешмә: Кирилл Сергеевич Первов 1985 йылдың 19 авгусында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методик үҙәгендә башлай. 2003-2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса курс лаборанты, технигы. 2004-2007 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методик үҙәге программисы, етәксенең административ-хужалыҡ эше буйынса урынбаҫары. 2007-2011 йылдарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтендә хеҙмәт итә. 2011-2013 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппаратының административ органдар эшен анализлау бүлеге баш консультанты, Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары ярҙамсыһы. 2013-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының спорт һәм туризм бүлеге мөдире, йәштәр сәйәсәте, спорт, эшҡыуарлыҡ һәм туризм департаментының эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге мөдире, инвестиция сәйәсәте бүлеге мөдире. 2016-2024 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, рәйес вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.