Башҡортостандың оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының 1150 хеҙмәткәре дәүләт программаһы сиктәрендә бушлай уҡытыласаҡ йәки өҫтәмә һөнәри белем аласаҡ. 2024 йылға республика өсөн квота бер йыл алдан билдәләнгәндән 24 процентҡа юғарыраҡ. Ошо маҡсатҡа 68,5 миллион һум бүленгән. Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри белем биреү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы булған хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан уҡытыуҙы ғына түгел, шулай уҡ эш эҙләүселәр һәм эшһеҙҙәр иҫәбенән граждандарҙы штатҡа йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тота. Бынан тыш, оборона-сәнәғәт комплексының һәр предприятиеһына кадрҙар тәьминәте мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт һәм консультация биреү өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгесе беркетелгән. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23795/
Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри уҡытыуға 68,5 миллион һум йүнәлтеләсәк
6 мая 20246 мая 2024
~1 мин