Мин – Өфө ҡыҙы. Атайымды артыҡ хәтерләмәйем, ул мин бәләкәй саҡта үлеп ҡалған. Әсәйем менән икәү генә йәшәнек. Һүҙ ҙә юҡ, яҡыныма йәшләй тол ҡалыуы бик ауыр булды, тик мине уйлапмы, ул башҡаса кейәүгә сыҡманы. Ауыр йәшәмәнек беҙ. Һәр ваҡыт кейергә кейемем, ашарға ашым булды. Ике яҡлап та олатай-өләсәйҙәр ярҙам итеп торҙо. Аҡсалата ла ярҙам күп була торғайны уларҙан, әммә әсәйем бының менән риза булманы. Ул һәр ваҡыт үҙен тол ҡатын, ә шулай булғас, ярлымын тип ҡабул итте. Имеш, яңғыҙы бала ҡараған кеше етеш йәшәй алмай. Был уй уға бер ҡасан да тыңғы бирмәй торғайны. – Ҡыҙым, һин етем үҫәһең. Башҡаларҙыҡы кеүек атайың юҡ. Аҡсалы иргә сығырға кәрәк һиңә, – тип бала саҡтан башыма һеңдерҙе ул. Мәктәпте тамамлағас, артыҡ теләгем булмаһа ла, бар көсөн һалып, мине юридик факультетҡа уҡырға индерҙе. Йәнәһе, унда байҙар ғына уҡый, аҙаҡ юристар етеш йәшәй. Әсәйемдең һүҙен йыҡмайым тип, ризалаштым. Бер заман беҙҙең иҫке генә “хрущевка” янында зиннәтле яңы йорт төҙөнөләр. Унда хәлле кешеләр фатир а