Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөй. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был ташлама Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, концлагерь тотҡондарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһенә лайыҡ булғандарға ҡағыла. Акция байрам көндәрендә генә түгел, ә йыл дауамында ғәмәлдә. Ветеран айына дүрт тапҡыр такси хеҙмәтенән бушлай файҙалана ала. Был проект “Яндекс.Такси” компанияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Водителде саҡыртыу өсөн 8-800-775-00-14 телефонына шылтыратырға кәрәк. Шылтыратыу бушлай. Был хеҙмәт байрам, ял көндәрендә лә эшләй. Операторҙар 10.00-дан 18.00 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә. Өфө, Салауат,Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Дүртөйлө, Туймазы, Мәләүез һәм республиканың башҡа ҡалаларында йәшәүсе үрҙә әйтелгән категория граждандар ташламанан файҙаланыу хоҡуғына эйә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.