Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баш ҡалаға һоҡланып ҡайттылар

Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Апрель уртаһынан республиканың иҫтәлекле урындары буйлап бер көнлөк турҙар асылды. Проекттың төп маҡсаты – өлкән быуын өсөн төбәк буйлап туризмдың асыҡлығын тәьмин итеү, сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыу. 30 апрелдә Мәсетле районынан 49 пенсионер “Милли музейға барып, иҫ киткес һәм күп төрлө Өфө” тип аталған бушлай экскурсия турын ҡараны. Сәфәр башҡорт һәм рус халыҡтарының бөйөк дуҫлығына арналған Дуҫлыҡ монументынан башланды. Һуңынан ҡатнашыусылар ҡала-ҡәлғәнең барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, театр скверында “Ете ҡыҙ” фонтаны янында туҡталды һәм уның барлыҡҡа килеүенә бәйле башҡорт легендаһын белде. Экскурсия Башҡортостан Республикаһының Милли музейында дауам итте, унда килеүселәр республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән танышты. Көн Ағиҙел йылғаһы яры буйлап йөрөү менән тамамланды. Ясин ауылынан Зәлиә Миңлебай ҡыҙы сәфәрҙе

Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Апрель уртаһынан республиканың иҫтәлекле урындары буйлап бер көнлөк турҙар асылды. Проекттың төп маҡсаты – өлкән быуын өсөн төбәк буйлап туризмдың асыҡлығын тәьмин итеү, сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыу. 30 апрелдә Мәсетле районынан 49 пенсионер “Милли музейға барып, иҫ киткес һәм күп төрлө Өфө” тип аталған бушлай экскурсия турын ҡараны. Сәфәр башҡорт һәм рус халыҡтарының бөйөк дуҫлығына арналған Дуҫлыҡ монументынан башланды. Һуңынан ҡатнашыусылар ҡала-ҡәлғәнең барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, театр скверында “Ете ҡыҙ” фонтаны янында туҡталды һәм уның барлыҡҡа килеүенә бәйле башҡорт легендаһын белде. Экскурсия Башҡортостан Республикаһының Милли музейында дауам итте, унда килеүселәр республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән танышты. Көн Ағиҙел йылғаһы яры буйлап йөрөү менән тамамланды. Ясин ауылынан Зәлиә Миңлебай ҡыҙы сәфәрҙе ойоштороусыларға баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәсетле районы хакимиәте.