Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда үлемесле сир таралған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренкола ҡотороу сире буйынса карантин индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Сир сығанағы - ауыл кешеләренең береһенең шәхси ярҙамсы хужалығы. Унда ҡотороу ауырыуы теркәлгән. Кушнаренко сигендәге биләмә имен булмаған пункт тип танылды. Бынан һуң БР ветеринария хеҙмәте белгестәренән тыш, был биләмәгә сит кешеләрҙең инеүе тыйыла. Шулай уҡ сиргә һиҙгер хайуан-малдарҙы күсереү, төркөмдәрҙе бутау, уларҙың үләкһәләренең тиреһен һыҙырыу тыйыла. Малдарҙы 10 көн дауамында күҙәтергә йыйыналар. Шулай уҡ уларҙың бөтәһенә лә (эт, бесәй, һыйыр, һарыҡ, кәзә, сусҡа һәм йылҡыға) ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация үткәрелә. Әлегә был биләмәлә шулай уҡ хайуандарҙың күсеп йөрөүенә, тупланыуына бәйле йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу ҙа тыйыла. Хайуандарҙың хужалары өй беренсә йөрөп тикшерелә. Сығанаҡ: Электрогазета. Фото: httpsflectone.ru