Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡобора инәй нилектән илай?

Әбйәлил районының Рысҡужа (Субан) ауылында йәшәгән Ҡобора Сәғәҙиева илаһа ла, тик ҡыуаныстан илай. Ошо арала яңғыҙ инәйгә ярҙам иткәндәр. Амангилде ауыл биләмәһенең "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзалары тәүге эшен Рысҡужанан Ҡобора инәй Сәғәҙиеваның йорт-ихатаһын, баҡсаһын таҙалауҙан башлаған. Кәртә-ҡура тирәһен тырматып, сүп-сарҙы йөк машинаһына тейәп оҙатҡандар. Хатта алғы баҡсаһының иҫкереп, серегән бағаналарын алмаштырырға ла өлгөргәндәр. "Беҙҙең ауыл биләмәһендә яңғыҙ йәшәгән оло инәйҙәр күп, артабан да уларға ярҙам итәсәкбеҙ", - тигән ауыл биләмәһе башлығы Вадим Рәфҡәт улы Абдуллин. "Матур башланғыс, афариндар. "Айыҡ ауыл" һымаҡ матур саралай, бәлки, был күркәм ғәмәл дә республика кимәлендә таралып, уның тормошонда үҙ урынын табыр тигән өмөт тыуҙы. 70-80-се йылдарҙа тимур командаhы бар ине бит, уҡыусылар ярҙамға йөрөй инек, шуның кеүек", - тип халыҡ араһынан яңғыраған фекер ҙә иғтибарға лайыҡ. Ҡобора инәйгә ярҙам иткән ир-ат араһында ауылдаштарымды, күршеләремде күреп һөйөндөм. Улар - ауылыбыҙ тотҡаһы. Дин юлында булып, мәсетте лә бағып торалар, ошолай өлкән йәштәгеләргә ярҙам да итәләр. Афарин, ҡоро һүҙ һөйләмәй был ирҙәр ҡоро, шунда уҡ эшкә тотонған! Фото: https://vk.com/oskon_1932