Resinart тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Эпоксид ыҫмалаһы менән һүрәт төшөрөү сәнғәте ул. Бөгөн популярлыҡ яулап барған ижад төрө. Уның ярҙамында картиналар ғына түгел, өҫтәл кеүек йорт йыһаздары ла булдырыла. Мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла ижад һәр кемгә лә еңел бирелмәй. Өлгөрҙәр яңы техниканы үҙләштереп кенә ҡалмаған, уның ярҙамында аҡса эшләүгә лә өлгәшкән. Эпоксид ыҫмалаһынан зауыҡлы сәғәттәр, картиналар эшләү оҫтаһы — Илүзә ИҪӘНҒӘЛИЕВА “InSaf” тип аталған үҙенең брендын булдырған.
Илүзәнең ялан аяҡлы бала сағы Йылайыр районының Һаҡтау ауылында үтә. Тауҙар араһында ғына урмандарға күмелеп ултырған боронғо ауылда үткән эскерһеҙ бәләкәй саҡты ул әле лә һағынып иҫләй. Ҡышҡы бурандарҙа йылы өйҙә тәмле сәйҙәр, әсәй-атай янында үткән кистәр... Йәйгеһен көтөү ҡаршы алыу мәлдәре... Ыбыр-сыбыр бала өсөн үҙе бер ҡыҙыҡ бит! Алдан уҡ баралар ҙа малҡайҙар тау артынан күренгәнсе зыҡ ҡубып баҫтырыш уйнайҙар... Ҡайтарып булмаҫ мәлдәр, матур иҫтәлектәр!
Илүзәгә ун йәш булғанда улар икенсе ауылға күсә. Бала саҡ дуҫтарын ҡалдырып, ошо уҡ райондың Балапан ауылына барып төпләнәләр. Һаҡтау эскерһеҙ, ҡайғы-хәсрәт белмәгән бала саҡ хәтирәһе генә булып ҡала. Шулай ҙа ҡыҙҙың иҫенә төшкән һайын йөҙөндә йылмайыу сағыла, күңеленә йылылыҡ йүгерә.
“Ябай ауыл ғаиләһенән мин”, — ти Илүзә. Ябайлыҡта — бөйөклөк, тиҙәр. Ғүмер буйы намыҫ менән эшләү, тормоштоң ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәү, һәр көндө йылмайып ҡаршы алыу — үҙе батырлыҡ, юғарылыҡ. Был һүҙҙәр Илүзәнең ата-әсәһенә лә ҡағыла.
Әсәһе Светлана Муса ҡыҙы, атаһы Нурислам Мислан улы колхоз бөткәнсе шунда эшләйҙәр. Аҙаҡ Баймаҡҡа күскәс, әсәһе дауаханаға санитар булып урынлаша, ә атаһы вахта ысулы менән Себер тарафтарына юллана.
Тормош һынауҙары уларҙың ғаиләһен урап үтмәй. Бер туған Нурбулат ағаһы, үкенескә ҡаршы, был донъянан иртә китә... Солтановтар бер-береһенә терәк-таяныс булып, ауыр минуттарҙы сабырлыҡ менән үткәрә.
Ысын матурлыҡ күңел түрендә йәшәй, күҙҙәрҙә сағыла һәм эштәргә сыға, тиҙәр. Йөрәктә матурлыҡтың булыу-булмауы, тәү сиратта, башҡаларға ҡарата мөнәсәбәттә күренәлер. Ата-әсәһе Илүзәне һәр кемгә ихтирам менән ҡарарға, яҡшы мөғәмәләлә булырға өйрәтә. Кешенең бөгөнөн дә, үткәнен дә хөрмәт итергә кәрәклегенә, уй-хыялдарынан көлмәҫкә лә төшөндөрәләр: ниҙәр аша үтергә тура киләсәген, үҙеңде алда ниҙер көткәнен кем белә?..
Мәктәпте Илүзә Матрай ауылында тамамлай. Уның ижадҡа тартылышы мәктәп йылдарында уҡ асыла. Ҡыҙға дәрестәрҙе тыңлауға ҡарағанда рәсем төшөрөү ҡыҙыҡлыраҡ күренә. Ҡағыҙ битендә әллә ниҙәр һыҙғыслап ултырғаны өсөн уҡытыусынан йыш ҡына шелтә лә ала. Әммә ижад осҡондарын шелтә генә һүндерә аламы ни? Илүзә ун беренсе класты тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт графикаһы факультетына уҡырға инеп, уңышлы тамамлай.
— Педагогия университетын һайлағас, уҡытыусы булырға ла хыялланғанһыңдыр? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Уҡырға ингәндә тик бер генә уй менән яндым — рәссам булырға. Шуға ла үҙемде бер ваҡытта ла уҡытыусы итеп күҙ алдына килтермәнем, ҡулға диплом алғас та был һөнәргә ынтылманым, — тип бүлешә уйҙары менән Илүзә.
Аҙаҡҡы курсты тамамлап, ҡышҡы сессияны ябып, ауылға ҡайтҡанында Илүзәне апаһы үҙе менән дуҫы йәшәгән ауылға алып бара. Бында ҡыҙға Радмир исемеле егеттең күҙе төшә. Егет тиҙ арала социаль селтәрҙә һылыуҙы табып, яҙа башлай.
— Иптәшем менән осраҡлы ғына, уйламағанда тап булыштыҡ. Яҙмыш тигәндәре шулдыр. Ул мине тәү ҡараштан оҡшатҡан икән. Радмир сабыр холоҡло, тырыш егет булып сыҡты, — тип тормош иптәшенең уға ҡарата эшләгән тәүге аҙымдарын иҫләп йылмая Илүзә.
Үҙеңде кемгәлер кәрәк тип тойоу, аңлатып булмаҫлыҡ көстәр арҡаһында уға яҡын булыуың — йәшәүҙең үҙе бер ҡыуанысы. Бындай шатлыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген аңлап, Илүзә менән Радмир сәстәрен сәскә бәйләп өйләнешә. Йәштәрҙең ғаилә ҡороуына дүрт йылдан ашыу. Тормош иптәше Радмир — Хәйбулла районы егете, шахтала иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. Уларҙың бәхетен арттырып атай, әсәй тип өндәшерлек улдары ла бар, шөкөр. Ике йәшлек Инсафты яратып, ҡурсалап, һаҡлап үҫтерәләр. Иң мөһиме — баланы башҡалар менән сағыштырмаҫҡа тип иҫәпләй йәш ата-әсә.
— Беренсе бала булғанғамы икән, тәүҙә ниңә һаман имгәкләмәй, атламай тип ҡаңғырғайным. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икән. Кемдер һигеҙ айында атлап китә, кемдер йәше тулып үткәс. Һәр бала үҙенсәлекле. Шуға ла улыбыҙҙы ниндәйҙер сиктәргә ҡуймайбыҙ, үҙ яйы менән үҫә, — тип бүлешә йәш әсә бала тәрбиәләү алымдары менән уртаҡлашып.
Брендының атамаһын да Илүзә донъялағы иң ғәзиз кешеһенә бағышлап “InSaf” тип атаған.
— Ни өсөн тап эпоксид ыҫмалаһы һеҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы? — тигән һорау тыуҙы миндә, сөнки һуңғы бер нисә йылда киң таралһа ла, был шөғөл әле үтә популяр түгел.
— Декрет ялына сыҡҡас, күңел яңы көс менән ижад талап итә башланы. Тик нимәгә тотонорға? Оҙаҡ ҡына эҙләндем. Бер көн интернет селтәрендә осраҡлы ғына эпоксид ыҫмалаһынан эшләнгән әйберҙәрҙе күреп ҡалдым. Янып, дәртләнеп киттем. Был шөғөл шунда уҡ күңелемә ятты, — тип яуап ҡайтарҙы ул.
Илүзә тиҙ арала онлайн курстар табып, был шөғөлдөң асылына төшөнә башлай. Маҡсаты ныҡлы кешене туҡтатырмын тимә. Теләге көслө хыялына ирешер өсөн кәрәкте таба, мөмкинлектәр эҙләп, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, өйрәнергә әҙер генә тора. Илүзә лә оҙаҡҡа һуҙмай тәүге сәғәтен эшләй. Беренсе ижад емешен бик күптәр оҡшатҡас, дәрте арта, күңелде өйкәгән шик-шөбһәһе тарала. Алтын ҡуллы ҡыҙ хаталар өҫтөндә эшләргә лә, оҫталығын үҫтерергә лә иренмәй. Тиҙҙән уға эпоксид ыҫмалаһынан күҙ яуын алып торорлоҡ сәғәттәрен һатып алырға теләүселәр килә башлай. Һатып алыусылар үҙҙәрең һүрәтен, яҙыуын әйтеп, күңеле теләгәнсә заказ яһай ала. Илүзә һәр бер теләккә, үтенескә ҙур иғтибар бүлә. Әйбер иң тәүҙә хужаһын ҡыуандырырға тейеш бит!
Барлыҡ буш мәлдәрен Илүзә ошо эшкә бағышлай. Ә йәш әсәнең ваҡыты ла артыҡ күп түгел — төндәр һәм улы балалар баҡсаһында булған ара. Бер заказды эшләүгә дүрт көн ваҡыт талап ителә икән!
— Эпоксид ыҫмалаһын зыянлы тиҙәр, был, ысынлап та, шулаймы?
— Шыйыҡ сағында ғына ыҫмала зыянлы. Мин битлек, бирсәткә кейеп эшләйем. Ул кипкәнсе эш бүлмәһенә бер кем дә инмәй, — ти ҡыҙ.
Бөгөн Илүзә, төрлө диаметрлы сәғәттәрҙән тыш, мосолман яҙыуҙары менән биҙәлгән картиналар ҙа эшләй.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле ғәрәп телен өйрәнеүгә ваҡыт етмәй тора. Яҙыуҙарҙы белгән кешеләрҙән заказға яҙҙыртып алам. Ә инде киләсәккә ҙур маҡсаттарҙың береһе — ғәрәп каллиграфияһын өйрәнеү, — ти Илүзә, хыялдары менән уртаҡлашып.
Киләсәк, әлбиттә, күп кенә нимәнән тора. Тәү сиратта — үҙебеҙҙән. Илүзә киләсәкте барған юл итеп түгел, ә үҙең төҙөгәне тип ҡабул итә. Ул яҡты булһын тиһәң, бөгөн үк эшләргә, тир түгергә кәрәк. Шуға ла ҡыҙ һәр саҡ үҫеш, белем алыу яҡлы.
Ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, яҙмыш алдыңа ниндәй генә шарттар ҡуймаһын, һәр саҡ алға, тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә кәрәк, — тип фекере менән уртаҡлаша Илүзә. — Барлыҡ көсөңдө һалып, яңы бейеклектәргә үрләргә лә үрләргә!
Айгөл СӘЛӘХОВА.