Найти тему
Башҡортостан гәзите

Пасха байрамы менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың православие христиандарын Пасха байрамы менән ҡотланы: - Барлыҡ хистиандар өсөн изге Пасха байрамы – күңелде ышаныс, уйҙарҙы изгелек, йөрәкте һөйөү менән тулыландырған, шатлыҡ хистәре уятҡан, йәшәү көсөн тыуҙырған бөйөк тантана. Паровославие христиандары менән бергә был байрамды ниндәй дини ҡарашта булыуҙарына ҡарамаҫтан, барлыҡ Башҡортостан халҡы уртаҡлаша. Әлеге ябай булмаған заманда ышаныс – ул күп милләтле халҡыбыҙҙың рухи көс, барлыҡ ҡаршылыҡтаҙы еңеүгә берҙәмлек сығанағы булып тора. Православие дине – башҡа традицион дин вәкилдәре менән берлектә күп быуаттар дауамында ҡатмарлы тормош һорауҙарына яуап табырға ярҙам итә, бай рухи мираҫҡа, изгелеккә өндәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә, төрлө бәлә-ҡазаларға дусар булыусыларға изге эштәре менән ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерәм. Бергәләп беҙ тыныслыҡты нығытырбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ именлеге өсөн хеҙмәт итербеҙ. Яҡты Пасха байрамы яҡындарыбыҙҙың йөрәктәрен йылытһын, һәр йортҡа шатлыҡ һәм именлек килтерһен! Байрам менән! Бәхетле һәм һау-сәләмәт булығыҙ! - тиелә ҡотлауҙа. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.