“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) Стәрлетамаҡ –Раевка араһында 14 километр юл ремонтлана. Юлсылар Әлшәй районының Красный Алин һәм Аҡбирҙе ауылдары араһындағы өс участканы төҙөкләндерә. Ремонт барышында фрезерлау, тигеҙләү ҡатламын һәм япмаһын һалыу, юл ситтәрен нығытыу, горизонталь юл разметкаһын эшләү кеүек саралар күрелә. - Был трасса Башҡортостандың төп юл селтәренә инә. Ул Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондарының ауылдары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Барлыҡ эштәрҙе 2025 йылға тиклем тамамлау ниәтләнә. Стәрлетамаҡ – Раевка араһындағы өс участканы ремонтлауға 328 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.