Нефтекама, Илеш, Дүртөйлө халҡы үҙенеке тип иҫәпләгән йырсы Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы. Шөкөр, ул былтыр ялға ла ҡайтып китте. Унда ижадташ дуҫтары, туғандары менән осрашты, дауаханала ятып сығып, һаулығын нығытып та алды. Быйыл ҡыш көнө хәрби кейемдәге фотоһын күргән күп кенә апай-инәйҙәр уның аҫтында "И-ии, бәбекәйем, иҫән-һау йөрөп ҡайт" тигән яҙыуҙар ҡалдырғайны. Теләктәре ҡабул булды: әле Артур тағы ялға ҡайтҡан. Уны мәжлескә лә саҡырғандар. Әлбиттә, Артур "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын да башҡарған. Моңоң менән оҙаҡ ҡыуандыр, имен йөрө, яҡташ! Фото: https://vk.com/id809561106