Салауат ҡалаһының “Күңелдәре менән йәш” үҙәгенең көмөш ирекмәндәре махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән алып яугирҙәргә ярҙам итә. – Беҙҙең төп йүнәлеш – маскировкалау селтәрҙәре, браслеттар үреү, ҡоро душ әҙерләү. Бөтәһен дә ялға ҡайтҡан егеттәр аша оҙатабыҙ. Блиндаж шәмдәре әҙерләүҙә Сергей Комаров ярҙам итә, үҙенең оҫтаханаһында уларға парафин ҡоя. Беҙҙең командаға теләгән бер кеше ҡушыла ала, – ти ирекмәндәр етәксеһе Ильвира Анпилогова. Акцияла ҡатнашыусылар “Изгелек посылкаһы”на дымлы салфеткалар, таҫтамалдар, газ баллончиктары, серәкәй һәм талпандарҙан һаҡланыу саралары, фонарҙар, батарейкалар, медикаменттар – бер һүҙ менән әйткәндә, алғы һыҙыҡта нимә кәрәк, барыһын да һала, тип яҙа “Выбор” гәзите. Дмитрий Сорокин акцияла тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Ул был юлы ла әсәһе менән яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙырға булған. – Мин акция тураһында улымдан ишеттем.Тиҙ генә магазинға барып, салфеткалар, газ баллончиктары, водород перекисы алып килдем. Ирем менән һәр саҡ яугирҙәр ө