Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә Урмансылар паркы яңыртыла

Өфөлә Урмансылар исемендәге парк быйыл сентябрь аҙағына тиклем реконструкциялана. Биләмә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса (национальный проект “Жилье и городская среда”) яңыртыла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Был эштәр башҡарылғансы биләмәгә инеү сикләнә. Төҙөкләндереү проектына биш объект индерелгән: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ селтәре. Төҙөүселәр әле булған мангалдарҙы һүтә, сауҙа киоскылары менән ял өсөн урындар булдырыла. Спорт майҙансығында ике футбол яланы, ике волейбол майҙансығы урынлаштырыла, шулай уҡ баскетбол һәм стритбол өсөн киңлек, йүгереү юлы, разминка өсөн зона урын аласаҡ. Бәләкәй спорт майҙансығында саф һауала шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар менән воркаут-зона, шулай уҡ шахмат уйнау өсөн урындар буласаҡ. Эшселәр иҫке асфальт япмаһын алмаштырасаҡ, велосипед өсөн юлдар һалына. Хәүефһеҙлекте хәстәрләп өҫтәмә рәүештә яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала м

Өфөлә Урмансылар исемендәге парк быйыл сентябрь аҙағына тиклем реконструкциялана. Биләмә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса (национальный проект “Жилье и городская среда”) яңыртыла, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Был эштәр башҡарылғансы биләмәгә инеү сикләнә. Төҙөкләндереү проектына биш объект индерелгән: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ селтәре. Төҙөүселәр әле булған мангалдарҙы һүтә, сауҙа киоскылары менән ял өсөн урындар булдырыла. Спорт майҙансығында ике футбол яланы, ике волейбол майҙансығы урынлаштырыла, шулай уҡ баскетбол һәм стритбол өсөн киңлек, йүгереү юлы, разминка өсөн зона урын аласаҡ. Бәләкәй спорт майҙансығында саф һауала шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар менән воркаут-зона, шулай уҡ шахмат уйнау өсөн урындар буласаҡ. Эшселәр иҫке асфальт япмаһын алмаштырасаҡ, велосипед өсөн юлдар һалына. Хәүефһеҙлекте хәстәрләп өҫтәмә рәүештә яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү. Шулай уҡ граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларында төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү. Бынан тыш милли проекттың маҡсаты - йыл һайын файҙаланыуға 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.