Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы яңыртылған мәҙәниәт йортонда булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районына эш сәфәрендә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы яңыртылған мәҙәниәт йортон ҡараны. Уны 2023 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт“ милли проектына (национальный проект “Культура“) ярашлы капиталь ремонтланылар. Ауыл мәҙәниәт йорто Торатау итәгендә урынлашҡан, 1982 йылда төҙөлгән һәм шунан алып ремонтланмаған. Былтыр мәҙәниәт объектын ремонтлауға 47,3 миллион һум бүленгән. Башҡортостан Башлығы үҙешмәкәрлекте үҫтереү өсөн тыуҙырылған шарттарға баһа бирҙе, 300 урынлыҡ тамаша залын һәм ижад кабинетын ҡараны. Ауыл мәҙәниәт йортонда булғанда Радий Хәбиров урындағы китапхана коллективы менән аралашты. Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова 1,9 мең квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы бинала 16 клуб берләшмәһе эшләүе тураһында һөйләне. Журналистар менән әңгәмәләшкәндә республика етәксеһе ауыл мәҙәниәт йорттарын һаҡлап ҡалыу һәм яңыртыуҙың мөһим булыуын билдәләне. “Иң мөһиме – кешеләр, – тине Радий Хәбиров. – Бинаны төҙөргә була, ләкин бында китапханасы һәм мәҙәниәт буйынса методист һөнәрле кешеләр булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Бында барыһы ла бар! Торатау биләмәһен үҫтерә башлағанбыҙ икән, тимәк, социаль инфраструктура ла яңыртыласаҡ, яңы эш урындары ла буласаҡ”. Белешмә. Башҡортостанда 2019 - 2024 йылдарҙа “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса финанслау 7,1 миллиард һум тәшкил итте. Шуның 1,4 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Һуңғы биш йылда республикала 98 мәҙәниәт объекты төҙөлдө һәм капиталь ремонтланды. Улар – ауыл мәҙәниәт йорттары, дәүләт объекттары, китапханалар, музейҙар. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.