Бөгөн Ишембай районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан нефтен асыусылар майҙанын төҙөкләндереү барышы менән танышты. Ул – республикала тәүге нефть табылыуҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе. Майҙанды 2022 йылдың майында яңырта башланылар. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Подряд ойошмаһы вәкиле Руслан Саттаров әйтеүенсә, быйылғы октябргә хәтлем ял зоналарына эскәмйәләр урынлаштырырға, бәүелсәктәр һәм япмалар ҡуйырға, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары булдырырға кәрәк. Башҡортостан Башлығы башҡарылған эштәрҙе баһаланы, ремонт өсөн ниндәй материалдар файҙаланылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Майҙан быйыл көҙгә Республика көнөнә әҙер буласаҡ. “Ишембайға һәр эш сәфәрендә үҙәк майҙанда булырға, эш барышын ҡарарға тырышам, – тине Радий Хәбиров. – Аҡрынлап ҡала үҙәген тәртипкә килтерәбеҙ, бында сквер һәм ике урам һәйбәт төҙөкләндерелде. Ишембай хәҙер күркәмерәк күренә. Октябрҙә ошо объектты асыуға үҙем килергә планлаштырам”. Белешмә. 2019 йылдан алып “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса республикала 1 532 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл 33 муниципалитетта тағы ла 143 ихата тәртипкә килтереләсәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.