Найти тему
Башҡортостан гәзите

Михайловка - Алексеевка араһындағы юл яңыртылды

Өфө районында “Волга” М-7 – Михайловка – Алексеевка юлының 1,4 километры ремонтланған Юлсылар Михайловка менән Алексеевка араһындағы асфальт-бетон япманы яңыртты. Юл ситтәрен нығытыу һәм горизонталь билдәләр һыҙыу планлаштырыла. - Алексеевка һәм Михайловка – Өфө районы тораҡ пункттары, ул тиҙ үҫә, күп төҙөлә. Унда 10 меңдән ашыу кеше йәшәй. Шуның өсөн был юлды нормаға тап килтереү мөһим, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Юлдың әлеге участкаһында бөтә эштәрҙе 2024 йылдың өсөнсө кварталына тамамлау күҙаллана. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23786/