Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ата-әсәңде рәнйетмә

Лира Яҡшыбаеванан фәһемле кәңәштәр Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған – һаулығы ҡаҡшаған. Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ. Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ. Һөйләр алдынан тыңла. Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә. Тәүҙә – эш, унан – уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай. Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама. Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер. Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә. Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар. Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә. Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер. Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй – шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән – йыраҡ йөрө. Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана. Фото: stihi.ru