Найти тему
Башҡортостан гәзите

Торлаҡ һатып алыуға IТ-кредит бирелә

Башҡортостанда йыл башынан алып IТ-белгестәргә йылына биш процент ставкаһы менән 541 ташламалы ипотека кредиты бирелгән. Бынан тыш, апрель аҙағына бирелгән ғаризаларға ярашлы, дөйөм суммаһы 1,4 миллиард һум булған 197 кредит хупланған. IТ-тармаҡҡа ярҙам, шул иҫәптән ташламалы кредиттар биреү, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһындағы һанлы иҡтисад“ милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика РФ“) ярашлы тормошҡа ашырыла. “Ташламалы IТ-ипотека 2022 йылдың майынан ғәмәлгә ашырыла башланы һәм шунда уҡ уға ҙур ихтыяж барлығы асыҡланды. Был ярҙамды һорап айына ошо тармаҡтағы уртаса 150-200 белгес мөрәжәғәт итә”, – ти Башҡортостандың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин. Ташламалы ипотека кредиты биреү программаһы IТ-компанияларҙың Рәсәй Һанлы иҡтисад министрлығында теркәлгән белгестәренә иҫәпләнгән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.