Ағиҙел ҡалаһында Беренсе Төҙөүселәр урамындағы майҙанда паркты төҙөкләндереү эштәре башланды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда“) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Йәмәғәтселектең тауыш биреүен ойоштороу һөҙөмтәһендә халыҡ тап ошо биләмәне һайлап алды. Бөгөнгә подрядсылар “Ағиҙел” арт-объектын урынлаштырҙы, ә мәктәп уҡыусылары майҙанды йыйыштырыу буйынса өмә үткәрҙе. Тиҙҙән йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙың япмаһы яңыртыласаҡ, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, йәшелләндереү буласаҡ. Заманса эскәмйәләр, ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк. Быйыл, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, Советтар Союзы Геройы А. Ф. Шаһиев һәйкәле янындағы биләмә лә төҙөкләндереләсәк. Проектта бында сәскәләр амфитеатры булдырыу, брусчатканы яңыртыу, видеокүҙәтеү ҡуйыу ҡаралған. “Федераль программа сик