Махсус хәрби операция биләмәһенә Башҡортостандан Республиканың исемле батальондары һәм хәрби формированиелары яугирҙәре өсөн сираттағы – иҫәп буйынса 123-сө - гуманитар конвой алып барып тапшырылды. Был юлы хәрбиҙәр күсмә мунса, бронетранспортер, ике “Нива” автомобиле, броня менән ҡапланған “Форд”, ике “Газель”, мейестәр, маскировка селтәрҙәре, дрон беркетеү өсөн ноутбуктар, шулай уҡ туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар алды. Оҙатыу тантанаһы иһә апрелдең һуңғы көнөндә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда булды. Сара “Ватан көсө” III республика форумы сиктәрендә үтте. Республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләүенсә, ашығыс хеҙмәттәр менән оҙатылған рәсми гумконвойҙарҙан тыш, төбәк халҡы йөк ташыуҙы шәхси инициатива буйынса ойоштора. – Беҙҙә йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған кешеләр күп, улар үҙҙәре автомобилдәрен тейәп, яугирҙәребеҙгә бик күп ярҙам күрһәтә. Иң мөһиме, был хәрби рухты күтәреүгә булышлыҡ итә. Беҙ яугирҙәребеҙгә ыша
Окопта өйҙән килгән кеҫәләге хаттар йәки балаларҙың изге теләктәре көс өҫтәй
4 мая 20244 мая 2024
1
3 мин