3 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың VII Граждандар форумының пленар ултырышта ҡатнашты. Йыл һайын был сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, власть һәм йәмғиәт араһында конструктив диалог майҙансығына әүерелә. Быйылғы форумдың төп темаһы – махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтен туплау. Унда әүҙем граждандар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, республика һәм урындағы власть органдары, улар ҡарамағындағы йәмәғәт советтары вәкилдәре ҡатнаша. Пленар ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары тәжрибәһе күргәҙмәһен һәм форум барышында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Радий Хәбиров “Башҡортостандың ышаныслы тылы” ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәре менән аралашты. Был хәрәкәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Юлиә Хәлилова һөйләүенсә, эшләү осоронда улар алғы һыҙыҡтың ихтыяжы өсөн илленән ашыу гуманитар йөктәр оҙатыуҙы ойоштора алған, ә яңыраҡ йәштәр маскировкалау селтәрҙәре етештерә башлаған. Төбәк башлығы бындай селтәрҙе үреүҙә ҡатнашты һәм яугирҙәргә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. “Кәртәләрҙе емереп” үҙәге директоры Алина Хәбирова 2018 йылдан һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн тактиль стеналар һәм юлдар етештереү менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һөйләне. Өфөнөң һуҡырҙар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында туғыҙ метр оҙонлоҡтағы тәүге стена ҡуйылған. Уларҙы шарап бөкөһөнән, төймәләрҙән, туңдырма һәм башҡа ҙур булмаған әйберҙәр өсөн таяҡсаларҙан яһайҙар. Алина Хәбирова билдәләүенсә, тактиль әйберҙәр - ул донъяны ҡул менән танып белеүҙең яҡшы ысулы. Республика Башлығы шулай уҡ Табын коррекция мәктәп-интернатында уҡыған һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ағас эше оҫтаханаһын төҙөкләндереү буйынса “Мин оҫта булыр инем, мине өйрәтһендәр” проекты менән танышты. Ғафури районының “Ысын күңелдән” Табын ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды уны тормошҡа ашырыуға Президент гранттары фондынан 1,85 миллион һум алған. Проект сиктәрендә ағас эше буйынса дәрестәр өсөн кабинетты йүнәткәндәр, уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырғандар, кәрәкле материалдар һатып алғандар. Инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса үткәрелгән “Абилимпикс” милли чемпионатта “Балта оҫтаһы эше” һәм “Мебельщик” компетенциялары буйынса мәктәп тәрбиәләнеүселәре призлы урындар ала башлаған. Алынған күнекмәләр балаларға киләсәктә кәрәк буласаҡ, уларға тормошта үҙҙәрен күрһәтергә ярҙам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика Башлығына Ғафури районының 2024 йылғы Президент гранттары фондының беренсе конкурсы йомғаҡтары буйынса дөйөм суммаһы 6,7 миллион һумлыҡ һигеҙ еңеү яулауы хаҡында һөйләнеләр. Өфөнән һуң был - Башҡортостанда икенсе урын. Форум майҙансығында шулай уҡ бушлай юридик һәм нотариаль консультация ойошторолдо, унда “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы белгестәре лә ҡабул итә. Филиал етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам фонды ойошторолғас, ярҙам системалы төҫ алған, мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итә башлағандар. 11 айҙа филиал 40 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне. – Осрашыуға килгәндә һеҙҙең ғәмәлгә ашырған проекттарҙы ҡараным. Һәм был ысынлап та мауыҡтырғыс. Һеҙ быларҙың барыһын да эшләйһегеҙ, сөнки һеҙҙең йөрәгегеҙ, тынғыһыҙ йәнегеҙ шулай ҡоролған. Ул һеҙгә тыныс ҡына ултырырға ирек бирмәй. Һеҙ кешеләргә ярҙам итергә, уларҙың тормошон саҡ ҡына яҡшыртырға тырышаһығыҙ. Әүҙем хеҙмәт һәм изге йөрәк өсөн алдығыҙҙа баш эйәм, – тине Радий Хәбиров. – Дәүләт төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә. Ләкин ул килбәтһеҙ булған ерҙә, айырыуса мохтаж кешеләргә ярҙам кәрәк булғанда, граждандар йәмғиәте институттары ярҙамға килә. Һәм был һеҙҙең төп ҡаҙаныштарығыҙҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн һөҙөмтәле эшләүсе гранттар системаһын төҙөп булды, тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Биш йыл эсендә республика Башлығы гранттары фонды аша гражданлыҡ йәмғиәте институттарының проекттарына яҡынса 1 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәттек. Был ҙур сумма һәм мин ошо һан менән ғорурланам. Бынан тыш, беҙ Президент гранттары фонды аша 400 миллион һум самаһы йәлеп иттек. Шуныһы мөһим, был аҡсалар тап кәрәкле урындарға бара. Был эште дауам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ барығыҙ ҙа – бик тыйнаҡ кешеләр. Грант отһағыҙ, үҫә башлайһығыҙ һәм тирә-яғығыҙҙа йылылыҡ һәм алсаҡлыҡ мөхитен булдыраһығыҙ. Артабан да һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары эшенең төп йомғаҡтарын иғлан итте һәм төбәк муниципалитеттары хакимиәттәре рейтингын булдырырған саҡта күрһәткестәр исемлегенә социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса критерийҙы индерергә тәҡдим итте. Башлыҡ тәҡдимде хупланы, тик нескәлектәрен өйрәнергә ҡушты. Республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина власть органдары, депутаттар берләшмәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың эше тураһында һөйләне. 2024 йылдың июлендә, мәҫәлән, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар циклы башланасаҡ, улар республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары менән берлектәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк. Зөлфиә Ғайсина шулай уҡ Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне. Республика кимәлендә тикшерелгән күп мәсьәләләр артабан федераль Кеше хоҡуҡтары буйынса советта ла ҡарала. Шуға бәйле Зөлфиә Ғайсина 2025 йылда Өфөлә Рәсәйҙең хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау берләшмәләре конференцияһын үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы был тәҡдимде хупланы һәм республикала хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың эшен юғары баһаланы. Башҡортостан Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина ултырышта төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға системалы ярҙам ойошторорға тәҡдим итте. – Форум майҙансыҡтарында унда ҡатнашыусыларҙан республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү буйынса берҙәм ресурс үҙәген булдырыуға һорау килде, - тип һөйләне Люциә Сәйфуллина. - Был Башҡортостанға өҫтәмә федераль аҡса йәлеп итергә, шулай уҡ социаль секторҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар үҫешен системаға һалырға мөмкинлек бирәсәк. Төбәк етәксеһе әлеге башланғысты хупланы. - Әйҙәгеҙ, был проект өҫтөндә уйланайыҡ. Уны республика кимәлендә тормошҡа ашырырға мөмкин, - тине Радий Хәбиров. - Ә райондарға технологик мөмкинлектәр видеоконсультациялар режимында эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Форумдың тейешле ҡарарын рәсмиләштереүегеҙҙе һорайым. Форумдың пленар ултырышында республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы гранттарына тормошҡа ашырылған ҡайһы бер проекттар менән таныштырҙы. Шулай Нефтекаманың Изгелек, мөхәббәт һәм гармония үҙәге “Берҙәмлектә көс” проекты сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә юридик, социаль һәм көнкүреш ярҙамы күрһәтә. Ә Туймазы районынан “Серпантин” хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы “Маскита” проектын ойошторған. Унда ҡатнашыусылар хәрби хеҙмәттәге яҡташтарына 800-ҙән ашыу маскировка костюмы һәм 50 мең квадрат метр масксет әҙерләп оҙатҡан. Башҡортостан Башлығы ошо коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың әүҙемселәренә һәм битараф булмаған кешеләргә махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Билдәле бер феномен менән эш итәбеҙ. Егеттәребеҙгә, илебеҙгә ярҙам итеү өсөн бөтә республика берләште. Халыҡ берҙәм булып, ҡатмарлы һынауҙарҙы үтеүе менән ғорурланам. Йәмғиәт сынығып бара, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн кейем һәм экипировка әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы һәм предприятиеларҙы республиканың еңел сәнәғәткә ярҙам программаһына индерергә ҡуштым, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. – Яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр тегеү ҙур ваҡиғаға әүерелде. Хәҙер ошондай производстволарға материалдар һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡайтара алабыҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Артабан улар нигеҙендә еңел сәнәғәттең һәйбәт предприятиелары үҫешһен өсөн оҫтаханаларҙың матди базаһын нығытыу өсөн был яҡшы мөмкинлек. 2018 йылда Салауатта ойошторолған махсус тәғәйенләнештәге көстәр ветерандарына һәм инвалидтарына социаль ярҙам ассоциацияһы грант ярҙамы иҫәбенә “Үҙеңде еңһәң – еңелмәҫһең” проектын тормошҡа ашыра. Һүҙ үҫмерҙәр өсөн даими слёттар хаҡында бара, унда йәштәр спорт, башланғыс хәрби һәм патриотик тәрбиә ала. Әҙерлек Мәләүез районының Нөгөш ауылындағы балалар сәләмәтләндереү лагерында бара. Бындай сараларҙа республиканың көньяҡ райондарынан 600-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Башҡортостан Башлығы Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик парк майҙансығында киләһе Граждандар форумын ойошторорға тәҡдим итте. – “Патриот”та йәмәғәт ойошмалары һәм институттары өсөн бындай саралар уҙғарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Тағы ла бер патриотик проектты – “Геройҙарҙы хәтерләйбеҙ!” – Ғафури районының “Табын” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды тормошҡа ашыра. Уның активистары Күлкән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск ҡуйырға күҙаллай. Ә уның эргәһендәге территорияны төҙөкләндерәсәктәр һәм “Еңеү аллеяһы” ултыртасаҡтар. Пленар ултырышта ҡатнашыусыларға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҡайһы бер инициативалар ҙа тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә - Стәрлетамаҡтағы Аутизм спектры боҙолған кешеләр өсөн адаптив һәм инклюзив программаларҙы индереү буйынса үҙәктең эшмәкәрлеге һәм Өфөнөң “Инватур” компанияһының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн Башҡортостан йылғалары буйлап һалда ағып төшөүҙе ойоштороу буйынса туристик проекты. Республика Башлығы ошо коммерцияға ҡарамаған ойошма активистарына Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылында үҙенсәлекле халыҡҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһын булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. – 2024 йылға һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә ярҙам итеү системаһын тәрәнерәк анализлау өсөн ошондай статус бирҙек. Бында әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм проекттар ярҙамында республикала үҙенсәлекле кешеләргә ярҙам итеү өсөн төп инфраструктура булдырылды. Артабан Башҡортостан Башлығы Граждандар форумында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ингушетияның Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ләйлә Әмирханова Радий Хәбировҡа Граждандар форумында ҡатнашыу мөмкинлеге һәм йәмғиәттең ихтыяжын тыңлай белеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ветеран” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Илдар Бәҙретдинов Радий Хәбировтың булышлығы менән “Хәрби бейеклек” патриотик йыр фестиваленең республика статусын алыуын һөйләне. Йәмәғәт эшмәкәре төбәк етәксеһен 17 майҙа Өфөләге Арт-квадратта уҙасаҡ сираттағы фестивалгә саҡырҙы, шулай уҡ сараны мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыуҙа булышлыҡ итеүен һораны. – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Шуның өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың Мәҙәниәт министрлығына фестивалде яҡтыртыуҙа мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә ҡушам. Силәбе өлкәһенән “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Рәбиға Бикбулатова республика Башлығынан уларҙы ойоштороу өсөн бинаға, шулай уҡ башҡорт телендәге уҡыу әсбаптары һәм китаптар менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итеүен һораны. Радий Хәбиров республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа ошо мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнергә ҡушты. Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин һөйләүенсә, быйылдан алып билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенең йөҙөү бассейнында һуҡыр балалар өсөн дәрестәр туҡтатылған. Шуға күрә үҙенсәлекле балаларға Черниковкаға дәрескә йөрөргә тура килә. – Затонда Рима Баталова үҙәген тәү сиратта һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн төҙөнөк. Хәлдең айышына төшөнөүегеҙҙе һәм балалар өсөн дәрестәрҙе дауам итеүегеҙҙе һорайым, – тип ҡушты Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы, журналист Светлана Вәлиева ни өсөн Радий Хәбиров йәнә Башҡортостан Башлығы вазифаһына һайланырға хәл итеүе менән ҡыҙыҡһынды. – Минең өсөн махсус хәрби операция менән бәйле бөтә нәмә мөһим, һәм бындай ваҡытта батальондарыбыҙҙы, егеттәребеҙҙе лә ташларға ярамай, уларҙың күбеһе миңә ышанды. Был минең улар алдындағы әхлаҡи йөкләмәм. Был юлды бергәләп үтергә һәм үҙ бурыстарыбыҙҙы бер-беребеҙ алдында үтәргә тейешбеҙ, - тип яуапланы төбәк етәксеһе. – Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа күп яҡшы эштәр башҡарып өлгөрҙөк. Әммә беҙ һалған ҡайһы бер программалар һәм проекттар алдағы биш йылда һөҙөмтә бирәсәк. Был башланғыстарҙы еренә еткереү һәм республика, унда йәшәүселәр алдындағы бурыстарҙы үтәү мөһим. Пленар ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Граждандар форумында ҡатнашыусыларға уңышлы эштәре, әүҙем йәмәғәт эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. – Башҡортостанда ныҡлы гражданлыҡ йәмғиәте барлыҡҡа килде, тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларыбыҙҙың төрлө йүнәлештәге кешеләргә реаль ярҙам күрһәтеүе лә мөһим. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә бындай башланғыстарға һәм проекттарға гранттар менән ярҙам итергә тырышабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.