«Матур донъялағы матур балалар» хәйриә фонды гранты ярҙамында Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре идаралығы “Ирәмәл” тәбиғәт паркы өсөн заманса ике техник ҡоролма — тепловизор һәм монокуляр һатып ала. Был техник ҡорамалдар тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған, инспекторҙар уларҙы ошо көндәрҙә һынап та ҡараған. - Заманса техник саралар беҙгә иң ҡатмарлы шарттарҙа ла эҙләү һәм күҙәтеү эштәрен атҡарырға ярҙам итәсәк. Приборҙар дымлы, яуым-төшөмлө мәлдәрҙә лә сифатлы эшләй, объектҡа тиклемге алыҫлыҡты баһалау мөмкинлеген биргән диапазонлы функцияға эйә. 30 градустан алып 50 градусҡа тиклемге һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Был приборҙар ярҙамында ҡырағай йәнлектәрҙе тәбиғәт мөхитендә күҙәтергә, хәүефһеҙлек режимын боҙоуҙарҙы асыҡларға, биләмәне тикшерергә, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу эштәре атҡарырға мөмкин, — тип баһа бирҙе яңы техникаға тәбиғәт паркы етәксеһе Мирдар Дияров. “Ирәмәл” тәбиғәт паркының һаҡланыу режимын боҙоуға юл ҡуймау өсөн инспекторҙар эшендә заманса техник саралар ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, улар ярҙамында урман янғындарының теүәл координаталарын тиҙ арала билдәләргә һәм янғындарҙы ваҡытында һүндерергә, Ирәмәл түбәһенә менгәндә һәм төшкәндә маршруттан тайпылған туристарҙы табырға мөмкин буласаҡ. Зыян күргән туристарҙы эвакуациялағанда ҡырыҫ тау климатында оператив ярҙам күрһәтеү төп бурыс булып тора. «Матур донъяла матур балалар» хәйриә фондының «Матур донъя» грант конкурсына «Күҙәтеү, туристар эҙләү һәм янғындарҙың аныҡ координаталарын билдәләү» проекты менән грант ала. Фотолар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.