Ҡул эштәре оҫтаһы Фаат Сабиров туристар өсөн тәгәрмәс өҫтөндәге өй эшләп ҡуйып, ауылдаштарын шаҡ ҡатырған. Уны һәр кем матурлыҡҡа, йыр-моңға ғашиҡ кеше булараҡ яҡшы белә. Оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән эшләп йөрөнө, аҙаҡ ике йыл Юғары Ҡарыш мәктәбендә эшләне. Әлеге көндә тағы ла сит тарафтарҙа хеҙмәт итә, тип хәбәр итә “Балтач таңнары”. Ике ай эсендә тәгәрмәс өҫтөндә йорт һалып, уны йыһазландырып, ял итергә килеүсе туристар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырып, газ плитәһе, диван-өҫтәлдәр урынлаштырған. Халыҡ телендә Кәпәләй күле тип йөрөтөлгән күл буйында оҫта ел тирмәне макетын, бәүелсәк, мини этнопарк булдырған. Ауыл осондағы тау башында ул эшләгән сатыр тора. Тирә-яҡты төҙөкләндереүгә тос өлөшөн индерә Фаат Сабиров. Ауылдағы бер күперҙе, шәхси техникаһын ҡулланып, тәртипкә килтергән. Шундай оҫта ҡуллы тырыштар ярҙамында ауылға йән инә, йәм өҫтәлә. Фаат Сабиров кеүек булдыҡлылар барҙа ауыл йәшәр! Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-05-02/yal-it-rg-nachar-avylyna-kilegez-3749813?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580