Бөгөн Өфөлә барған Граждандар форумында “Йәмәғәт палатаһы: һөҙөмтәләр һәм яңы башланғыстар” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Ул ойошманың 15 йыллыҡ юбилейына арналды. Сараны Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов алып барҙы. "Йәмәғәт палатаһының төп бурыстарының береһе – граждандарҙың йәмәғәт һәм дәүләт институттарына ышаныс кимәлен нығытыуҙа һәм арттырыуҙа сағылған ышаныслы партнерлыҡ булдырыу", - тине ул. Палата етәксеһе эштең төп йүнәлештәрен билдәләне. Тәү сиратта был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам итеү, шул иҫәптән гуманитар йөктәр оҙатыу һәм консультация ярҙамы, шулай уҡ илдең яңы төбәктәренең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм уларҙы Рәсәйҙең сәйәси, социаль һәм иҡтисади системаһына индереүгә булышлыҡ итеү. Йәмәғәт палатаһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға проекттарын президент гранттары конкурсына тәҡдим итергә ярҙам итә. Һайлауҙарға йәмәғәт контроле – эштең тағы бер йүнәлеше булып тора. – Рәсәй Президентын һайлауға 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләнде, һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы эшләне. Сентябрҙә тупланған тәжрибәне республика башлығын һайлауҙа файҙаланыу планлаштырыла, – тине Данияр Абдрахманов. Йәмәғәт контроле механизмдары мониторинг кеүек формала ла сағыла. Мәҫәлән, балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеге, мәктәп туҡланыуы сифаты. Йәмәғәт палатаһы эшенең тулы йомғаҡтары, төп трендтар билдәләнгән, граждандар йәмғиәтенең торошо тураһында йыллыҡ докладта баҫыла. Палата етәксеһе үҫеш нөктәләрен дә билдәләне. Атап әйткәндә, һәр муниципалитетҡа Йәмәғәт палатаһының билдәле бер ағзаһын беркетеү, шулай уҡ төбәктәрҙең йәмәғәт палаталары араһында тәүге унау иҫәбенә инеү күҙаллана. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина сығыш яһап түбәндәгеләрҙе билдәләне: – Беҙ йәмәғәт контроле институты һәм коммуникациялар өсөн майҙансыҡ булып торабыҙ. Палата составында төрлө өлкәләге, республикала нимә барғанын белгән һәм теләгән ваҡытта ярҙам итергә әҙер булған 30 компетентлы эксперт бар. Муниципалитеттар ҡарамағында 63 йәмәғәт палатаһы эшләй, беҙҙә башҡарма власть органдары ҡарамағында ла йәмәғәт советтары бар, – тине. Палата аппараты ҡарамағында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге эшләп килә, ул президент гранттары конкурсына проекттар тәҡдим итеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда 106 проект еңеүсе булған, гранттар суммаһы 130,4 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл 65,8 миллион һумлыҡ 46 проект еңеүсе булды. Үткән йылда палата йәмғеһе ете йәмәғәт экспертизаһы һәм фекер алышыу, социаль проекттар буйынса 800 консультация, 10 йәмәғәт мониторингы, эш төркөмдәренең 85 семинары һәм кәңәшмәһе ойошторған. Элина Ғатауллина билдәләүенсә, палата ҡарамағында йәмәғәт ағартыу үҙәге эшләй. Быйыл йәнә бишенсе, юбилейлы, “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсы үтәсәк. Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ Юғары иҡтисад мәктәбенең психологик консультация үҙәге эксперты Александр Назаров, Донецк Халыҡ республикаһының Халыҡ советы депутаты Игорь Костенок, ил төбәктәренең Йәмәғәт палаталары вәкилдәре һәм башҡа спикерҙар сығыш яһаны. Күптәр сараға буш ҡул менән килмәне - улар палатаның юбилейын ҡотлап бүләктәр ҙә килтергәйне. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.