Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы тәжрибәләр күрһәтелде

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VII Граждандар форумы бара. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, власть һәм йәмәғәтселек өсөн аралашыу майҙансығы. Һәр ваҡыттағыса сараның маҡсаты изге – гражданлыҡ йәмғиәте институттарының, коммерцияға ҡарамаған секторҙың, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара йоғонтоло эш итеүен һәм социаль партнерлығын тәьмин итеү, шулай уҡ махсус хәрби операция шарттарында гражданлыҡ йәмғиәтенең берҙәмлеген һаҡлау. Сарала әүҙем йәмәғәтселәр, НКО вәкилдәре, республика һәм урындағы власть органдары, улар ҡарамағындағы йәмәғәт советтары ҡатнаша. Форум ҡунаҡтарын фойела күп төрлө күргәҙмәләр ҡаршы алды. Иң күп кешене йәлеп иткәне – “Герой ҡатыны. Герой әсәһе” фотокүргәҙмәһе булғандыр. Исеменән үк аңлашылыуынса, бында махсус хәрби операция геройҙарының иң яҡын кешеләре – ҡатындары, әсәләре, балалары һүрәтләнгән. Улар үҙ геройҙарының хәрби кейемдәрен кейгән, миҙалдарын таҡҡан. Һәр кемдең күҙендә ғорурлыҡ та, сабырлыҡ та. Фотокүргәҙмәне “Ватан яугирҙәре ғаиләләре” комитеты ойошторған. Шулай уҡ “Ҙур ғаилә – ғаиләнән ҙурыраҡ” фотокүргәҙмәһе күп балалы ғаиләләрҙе сағылдырҙы. Ә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һәм граждандар башланғыстарының иң яҡшы тәжрибәләренең интерактив күргәҙмәһе көн дауамында барҙы. Бынан тыш майҙансыҡта яңы төбәктәрҙәге тыныс тормошҡа арналған фотокүргәҙмәләр, “Z ҡаһармандары” виртуаль музейы, “АRT-ярҙам” художестволы күргәҙмәһе ойошторолдо. Бер мөйөштә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы үҙенең эш дәүерендәге ағзаларын күрһәткән фотокүргәҙмә ҡуйҙы. Ул ойошманың булдырылыуына 15 йыл тулыуға арналды. Залдың икенсе яғында “Һалдатҡа хат” акцияһы ойошторолдо. Оҫтабикәләр маскировка селтәре үреү, окоп шәмдәре, ҡоро душтар, браслеттар һәм МХО-ға кәрәкле башҡа әйберҙәрҙе әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Һәр теләгән кешене беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттеләр. Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә юридик ярҙам, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең проекттары буйынса эксперт-консультациялар ойошторолдо. Башҡортостандың Нотариаль контораһы һәм Росреейстр идаралығы белгестәре лә теләгән кешеләргә бушлай консультация бирҙе. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.