Бөгөн Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Олимпия уйындарының төрлө спорт төрҙәре буйынса чемпиондары һәм призлы урындар яулаусылар уҡыусылар өсөн асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Сара “Олимпия легендалары – Рәсәй балаларына, йәштәренә һәм балалар спортына” Бөтә Рәсәй хәйриә программаһына ярашлы ойошторолдо. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов республикала спорт өсөн күп эштәрҙең атҡарылыуы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан был тармаҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелеүе тураһында һөйләне. – Бөгөн булған еңеүҙәр, һөҙөмтәләр – уларҙың барыһын да һеҙ арттырырға тейешһегеҙ, сөнки һеҙ – беҙҙең балаларыбыҙ. Һәр уҡытыусы һәммәгеҙҙең яҡшы, бәхетле булыуы өсөн тырыша, тик бер нәмә тураһында әйткем килә - уҡырға, эшләргә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, республикабыҙ Башлығы әйтеүенсә, тик алға барырға кәрәк һәм, илебеҙ Президенты билдәләүенсә, һәр нәмәлә еңеү беҙҙеке буласаҡ, – тип уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе Руслан Таһир улы. Фехтование буйынса Олимпия уйындары чемпиондары Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин, ирекле көрәш буйынса Олимпия уйындарында призлы урындар яулаусы Валерия Коблова, Паралимпия уйындарында күреү һәләттәре боҙолған спортсылар араһында ирекле көрәш буйынса биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Андрей Строкин, йөҙөү буйынса Олимпия уйындары чемпионы Вениамин Таянович үҙҙәренең уңыш тарихтары тураһында уртаҡлашты, балаларға кәңәштәрен бирҙе. Бокс буйынса Европа чемпионы Артур Собханғолов, билбаулы көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Илфак Ибәтуллин оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Автор фотолары.