Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҙыусылар союзының 90 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙа “Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының 90 йыллығына арналған сараларға әҙерлек һәм үткәреү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған саралар быйыл үтәсәк. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған саралар тиҙҙән башлана ла инде: 24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Был ваҡиға Бөтә Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең китап нәшриәтселәре, яҙыусылары һәм уҡыусылары өсөн йәлеп итеү үҙәге булып тора. – Беҙҙең фестиваль идеяһы Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмәһе проектын тикшереү барышында барлыҡҡа килде. Беҙ халыҡҡа китапҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн ошо форматты киңәйтергә булдыҡ. Һәр ваҡыт үҙ алдыңа юғары маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Өфөнө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы тип атауға лайыҡлы тип иҫәпләйем, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.