Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VII Граждандар форумы үҙенең эшен башланы. Уның программаһында төрлө йүнәлештәге секцияларҙа фекер алышыу, пленар ултырыш, Луганск һәм Донецк республикаларының Йәмәғәт палаталары менән килешеү төҙөү һәм башҡа күп саралар ҡаралған. Форумдың маҡсаты – гражданлыҡ йәмғиәте институттарының, коммерцияға ҡарамаған секторҙың, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара йоғонтоло эш итеүен һәм социаль партнерлығын тәьмин итеү, шулай уҡ махсус хәрби операция шарттарында гражданлыҡ йәмғиәтенең берҙәмлеген һаҡлау. Йыйын барған сәғәттәрҙә Конгресс-холл майҙанында яңы төбәктәрҙәге тыныс тормошҡа арналған фотокүргәҙмәләр, “Z ҡаһармандары” виртуаль музейы, “АRT-ярҙам” художестволы күргәҙмәһе, “Һалдатҡа хат” һәм башҡа акциялар, маскировка селтәре үреү һәм башҡа эштәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә юридик ярҙам, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең проекттары буйынса эксперт-консульта