“Башнефть-Табыш” хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүлдә һыу һаҡлау зонаһында алты гектар майҙанда 26 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Ағастарҙы Ишембай һәм Өфө ятҡылыҡтар төркөмдәре хеҙмәткәрҙәре “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы һәм “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә ултыртты. Урмандарҙы тергеҙеү майҙанын арттырыу "Экология" милли проектының "Урмадарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттаның береһе булып тора. “Хәтер баҡсаһы” проекты кеүек башланғыстар арҡаһында бөгөн республикала урманды тергеҙеү яңы кимәлгә сыға. Дәүләкән районы биләмәһендә башҡарылған яҙғы ултыртыу 2023 йылдың экологик эштең дауамы булды. Ул саҡта Башҡортостан нефтселәре һыу ятҡылығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 7,5 гектар яр һыҙатында 20 мең ҡарағай һәм 10 мең Сукачев ҡарағасы үҫентеһе ултыртты. Йәшелләндереү эштәренә өҫтәп, “Башнефть-Табыш”та яр буйында ултыртылған урман майҙанын арттырырға ниәтләйҙәр. Ағымдағы йылдың көҙөндә быға тиклем ултыртылған 56 мең үҫентегә өҫтәп нефтселәр йәнә 2