Өфөлә “Ҙур урал” проектының стратегия сессияһы булып үтте. Унда республиканың власть органдары, бизнес һәм эксперт берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Сара “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) үткәрелде. -“Ҙур Урал” туристик схемаһы Башҡортостандың, Свердловск, Силәбе өлкәләренең, Пермь крайының комплекслы үҫешенең оҙайлы ваҡытҡа тәғәйенләнгән стратегияһын сағылдыра. Ул берҙәм мәҙәни-туристик киңлекте булдырыуға йүнәлтелгән. Проект туристарҙы күберәк йәлеп итеп, төбәктәрҙең иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Айҙар Ғәлин. Проектты ООО «ПроГород» компанияһы һәм «Strategy Partners» компанияһы етәкселегендә күп профилле консорциум алып бара. “Ҙур Урал” биләмә-киңлекте планлаштырыуҙың әҙер туристик схемаһы 2025 йылдың тәүге кварталында Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдим ителәсәк. Сессия сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар беренсел гипотезаларҙы тикшерҙе, тәҡдимдә