Башҡортостанда енси юл менән таралыусы инфекцияларҙы иҫкәртеү аҙнаһы дауам итә. 2021 йылда Рәсәйҙә халыҡ араһында енси юл менән таралыусы сирҙәр күрһәткесе 100 мең кешегә 89,6 осраҡ тәшкил итте. Сирҙең үҙен һиҙҙермәй генә ағышы инфекцияны һуң диагностикалауға һәм репродуктив система яғынан өҙлөгөүҙәргә килтерә. Мәҫәлән, хламидий инфекцияһының кесе янбаш ағзаларын шешенеүгә, ялҡынһыныуға килтереүе ихтимал. Һөҙөмтә аяныслы, түлһеҙлеккә юлыҡтырыуы һәм эктопик йөклөлөк хәүефен тыуҙырыуы мөмкин. Аногениталь (венерик) һөйәлдәр кеше папилломаһы вирусын йоҡтороуҙың клиник сағылышы булып тора, уның барлыҡҡа килеүен балаятҡы муйынтығы яман шеше үҫеше менән бәйләйҙәр. Енси юл менән таралыусы инфекцияларҙы кәметеү өсөн тәү сиратта иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт таратыу, пациенттар өсөн иҫкәртеү һәм дауалау үҙәктәре эшен уңайлы итеү мөһим. Бер ниндәй билдәһеҙ, һиҙҙермәй үтеүсе сирҙәрҙе асыҡлау өсөн даими рәүештә скринингтар һәм иҫкәртеү тикшереүҙәре ойоштороу, сәләмәт тормошто пропагандалау, сәләмәтлегеңә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү кәрәк, тип иҫкәртә табиптар. Енси юл менән таралыусы сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн енси партнерҙарҙы мотлаҡ тикшереү һәм дауалау мөһим, сөнки бары ваҡытында башланған терапия һәм дауаланғандан һуң билдәләнгән срок эсендә мотлаҡ контролләү тикшереүе үткәреү генә сирҙең таралыуын туҡтатасаҡ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.