Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кампуста ЮНЕСКО кафедраһы асыла

Өфө фән һәм технологиялар университеты «Янғантау» геопаркы менән берлектә «Геопарктар - тотороҡло үҫеш территориялары» ЮНЕСКО кафедраһын ойоштора. Ул Рәсәйҙә һәм Үҙәк Азияла геопарк белгестәре компетенцияларының үҙәге буласаҡ. Кафедра апрелдә «ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары: идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында тәҡдим ителгән Евразия геопарктар ассоциацияһын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итә ала. Шул рәүешле Башҡортостан Евразия селтәре үҙәгенә әйләнәсәк, унда Рәсәйҙең «Янғантау» (Башҡортостан Республикаһы), «Ундория» (Ульяновск өлкәһе) геопарктары, Ҡырғыҙстандың Мадыген, Тескей һәм Тянь-Шанский геопарктары, Үзбәкстандағы Китабский геопаркы, шулай уҡ Ҡаҙағстандың ЮНЕСКО геопарктары буйынса милли комитеты инә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Евразия ассоциацияһының штаб-фатиры ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә ингән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе биләмәһендәге берҙән-бер геопарк «Янғантау»ҙа урынлаша. Фото: «Янғантау» геопаркы. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23770/