"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Әлфиә Ғимаҙиева бер ҡыҙыҡлы хәтирә менән уртаҡлаша. Әйҙәгеҙ уҡып көлөп алайыҡ. Көнөгөҙ күңелле үтһен! "1970 йылдар. Беҙ, ауыл мәктәбе уҡытыусылары (йәш ваҡыт, яңы ғына өйләнешкәндәр ҙә бар), дәрестәрҙән һуң Ҡазанға Камал театрына спектакль ҡарарға бара торған инек. Хәҙерге кеүек машиналар юҡ. Станциянан ҡалаға поездар йөрөп тора. Көндөҙгөһө менән китәбеҙ, төнгөһө менән ҡайтабыҙ. Иртән — дәрескә. Бына бер көндө өс-дүрт пар һөйләштек тә киттек Ҡазанға. Спектакль башланырға ваҡыт бар әле тип уйлаштыҡ та вокзал янындағы ресторанға ашарға индек. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, урамдағы сауҙа нөктәләрендә ваҡ-төйәк алған арала ирҙәр менюҙы ҡарап, заказ биреп ҡуйған. Ҡалаға килеп тә ҡаласа ашамағас! Ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән заказ биргән былар! Ауыҙ асып, һүҙ әйтергә өлгөрмәйенсә ҡалдыҡ, официант һәр беребеҙҙең алдына йомортҡа тәбейәһе теҙеп сыҡмаһынмы! Бына һиңә "глазунья"! Ауылда йомортҡа ашап туймағанбыҙмы ни? Эй көлөштөк, эй көлөштөк! Спектакль иҫтә ҡалмаған, ә глазунья һаман иҫтә". Нәсих Хәлисов фотоһы. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213516968_87023