Киң билдәле ретро-йырҙарҙың береһе "Мәрйәмем"дең авторының фажиғәле яҙмышы тураһында беләһегеҙме? "Мәрйәмем минең" йырын башҡарған Хәсән ағай Усманов һөйләүенсә, уның авторы - Бөрйән районынан Сабитулла Ғәйнетдин улы Хөснитдинов (1949 -1971). Бөрйән районының Һарағы ауылы егете Белорет районының Һаралы ауылынан булған, педагогия училищеһын тамамлап күрше Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына эшкә килгән уҡытыусы ҡыҙ Мәрйәм Ҡаһармановаға ғашиҡ була. Ләкин йәштәр араһындағы һөйөүҙең ғүмере ҡыҫҡа була. Ошо хистәрен егет йыр юлдарына һала ла инде. Сабитулла Украинала хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Йылайырға уҡырға китә. Унда егетте йыртҡыстарса һәләк итәләр... Социаль селтәрҙә ул осорҙағы ваҡиғаларҙың шаһиттары, Сабитулланың туғандары хәлгә асыҡлыҡ индерә. Фәрзәт Ҡаһарманов: - Был йыр минең тәүге уҡытыусым Мәрйәм Ҡаһармановаға арнала. Белорет районынан Бөрйән районының Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына эшкә килгән ҡыҙға күрше ауыл егетенең күҙе төшә, тик Мәрйәм апай икенсе егеткә кейәүгә сыҡты. Шул йырҙы яҙған ябай ауыл ег
Егет һөйгән ҡыҙына арнап беҙ белгән "Мәрйәмем" йырын яҙа
3 мая 20243 мая 2024
1 мин