Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер тапҡыр бушлай ял итергә була

Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары 15 шифаханала дауалана ала. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 15 шифаханала бер тапҡыр ошондай мөмкинлек бирә. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һайлау мөмкинлегенә эйә: шифаханала үҙаллы ял итергә, туғандары менән дауалауҙы тигеҙ өлөшкә бүлергә йәки был хоҡуҡты яҡын туғандарына — иренә йә ҡатынына, ата-әсәһенә йәки уллыҡҡа алыусыларҙың береһенә тапшырырға. — 2024 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан был ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллион һум ҡаралған. Беҙ шифаханалар менән субсидиялар биреү тураһында килешеү төҙөнөк, касса үтәлеше 86,1 миллион һум тәшкил итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға шифахананы үҙе һайларға һәм юллама алырға кәрәк. Әлеге ваҡытта 2956 кеше һәм уларҙың ғаилә ағзалары 15 һайлап алынған шифаханала шифахана-курорт дауалау курсын үткән, 190 ғариза бирелгән, – тип аңлатты Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. Шулай уҡ шифахана-курорт дауалауын бер тапҡыр алыу хоҡуғынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булғандарҙың (үлгәндәрҙең) йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуғандарҙың йәки махсус хәрби операция биләмәһенә саҡырылған ваҡытта Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән урыны буйынса теркәлгәндәрҙең туғандары файҙалана ала. Был осраҡта шифахана-курорт дауалау ваҡыты бер туған өсөн 14 көн йәки ике туған өсөн ете көн тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан түләнгән шифахана-курорт дауалауына юлламаһы хаҡы 14 дауаланыу көнөндә 60 200 һум һәм ете дауаланыу көнөндә 30 100 һум тәшкил итә, республика буйынса бер койка-көндөң уртаса хаҡы 4300 һум тора. Белешмә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары конкурс буйынса һайлап алынған 15 шифаханала: “Ассы” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте, “Янғантау” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте, “Ҡарағай” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Красноусол” шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте, “Танып” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Йоматау” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Яҡтыкүл” шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы, “Ҡайындар” ял йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Ҡайын” шифахана-профилакторийы“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Энергетик” дауалау-һауыҡтырыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Йәйғор” шифаханаһы – Өфө ҡалаһының берҙәм иҫәп-касса үҙәге филиалы, “Күтәренкелек” ("Бодрость") шифаханаһы, “Урал аръяғы һаулыҡ йорто” ("Зауральская здравница") яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Әй” профилакторийы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Фото: Өфөнөң Совет районы мәғлүмәт-аналитика бүлегенән һәм Рәмилә МУСИНА.