“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында баш ҡалала милли музыканы, мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов әйтеүенсә, республикаға килгән сәйәхәтселәрҙе лә бөгөн башҡорт ҡумыҙы, ҡурай, дөңгөр һәм ҡыл-ҡумыҙы менән таныштырыу фарыз. Икенсенән, Өфөләге мәктәптәрҙә милли музыка уйын ҡоралдары түңәрәктәре эшен йәнләндереү кәрәк.
Милли музыка менән бер рәттән Өфөлә милли биҙәүестәр һәм кейемдәр кибеттәр һанын арттырыу бурысы тора. Ҡул эштәре оҫтаһы Гөлгөнә Зәйнетдинова фекере ошонан ғибәрәт. Унан тыш, туристар булған иң ҙур нөктәләрҙә сувенир тауарҙары сауҙаһын камиллаштырыу кәрәк. Тапшырыу барышында Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙ проекттары менән таныштырҙы.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».